+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
27 Ноябрь 2023, 07:44

Һөнәри оҫталыҡ буйынса чемпионат еңеүселәренә премиялар түләнә

Беренсе урынға - 115 мең, икенсе һәм өсөнсө урындар өсөн 57,5 мең һум түләнә. Бер нисә чемпионат призерҙарына һәм еңеүселәренә һәр ҡаҙаныш өсөн түләү ҡаралған.

Һөнәри оҫталыҡ буйынса чемпионат еңеүселәренә премиялар түләнәҺөнәри оҫталыҡ буйынса чемпионат еңеүселәренә премиялар түләнә
Һөнәри оҫталыҡ буйынса чемпионат еңеүселәренә премиялар түләнә

Башҡортостанда ҡабул ителгән ҡарар буйынса, «Профессионалдар» һөнәри оҫталыҡ буйынса чемпионаттың һәм юғары технологиялар чемпионатының һайлап алыу (төбәк-ара) этабында еңеүселәргә һәм призерҙарға, шулай уҡ уларҙың остаздарына премиялар түләнә.

Рәсми документтан күренеүенсә, беренсе урынға - 115 мең, икенсе һәм өсөнсө урындар өсөн 57,5 мең һум түләнә. Бер нисә чемпионат призерҙарына һәм еңеүселәренә һәр ҡаҙаныш өсөн түләү  ҡаралған.

Еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы әҙерләгән остаздарға 57,5 мең һум күләмендә премия түләнә. Әгәр әҙерлек барышында бер нисә уҡытыусы ҡатнашһа, был сумманы улар үҙ-ара тигеҙ бүлешә. Остаздың бер нисә еңеүсеһе һәм призеры бар икән, ул һәр береһе өсөн матди ярҙам алырға хоҡуҡлы.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-11-27/v-bashkirii-pobeditelyam-chempionatov-pro-profomasterstvu-budut-vyplachivat-premii-3538763

Автор:
Читайте нас