+23 °С
Облачно


1 декабрҙән ҡала хакимиәте ҡарары буйынса Өфөлә балалар баҡсаһы өсөн түләү арта.
Түләү 19 һумға артып, көнөнә 170 һум тәшкил итәсәк. Шулай итеп, әгәр бала ай буйына (21 эш көнө) балалар баҡсаһына йөрөһә, 3570 һум түләргә кәрәк.
Түләүҙе арттырыу иҫәбенә мәктәпкәсә йәштәге балалар рационына йәшелсә салаттары, емеш-еләк, һуттар өҫтәргә вәғәҙә итәләр.