+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
25 Ноябрь 2023, 18:07

“Елкән”дең йәш башҡарыусылары күңелдәрҙе әсир итте

Бөгөн, 25 ноябрҙә, “Башҡортостан” дәүләт концерт залы балалар моңона сорналды – «Елкән» башҡорт классик музыкаһын йәш башҡарыусыларҙың өсөнсө телевизион конкурсының финалы һәм гала-концерты үтте. Гран-при Илеш районы уҡыусыһы Вадим Төхвәтуллиндың өлөшөнә төштө.

“Елкән”дең йәш башҡарыусылары күңелдәрҙе әсир итте“Елкән”дең йәш башҡарыусылары күңелдәрҙе әсир итте
“Елкән”дең йәш башҡарыусылары күңелдәрҙе әсир итте

 "Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы үткәрелгән сараны республиканың Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы инде өсөнсө тапҡыр ойоштора. Быйыл «Елкән» бәйгеһе Педагог һәм остаз йылына арналды. 

Конкурста 47 музыкант көс һынашты. 12 финалсы дирижер Дмитрий Крюков етәкселегендәге республика Дәүләт оркестры менән сығыш яһау бәхетенә өлгәште. Улар фортепиано, тынлы инструменттар, ҡыллы музыка ҡоралдары һәм халыҡ инструменттары номинацияларында үҙ һәләттәрен һынаны. Йәш таланттарҙың сығышын абруйлы жюри ағзалары: Башҡортостандың халыҡ артисы, кларнетсы, Башҡортостан Милли симфоник оркестрының генераль директоры Артур Нәзиуллин; пианист, композитор, Өфө дәүләт сәнғәт институтының фортепиано кафедраһы мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Шәүрә Сәғитова; ҡурайсы, Өфө дәүләт сәнғәт институтының традицион музыкаль башҡарыу һәм этномузыкология кафедраһы доценты, Башҡортостандың Ҡурайсылар союзы рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Артур Ғайсаров; Өфө дәүләт сәнғәт институтының өлкән уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Виктория Симонова; скрипкасы, Башҡортостандың халыҡ артисы Илшат Мөслимов баһаланы. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! “Тынлы инструменттар” номинацияһында I урынды – Даниил Иванов (Салауат ҡалаһы), II урынды – Тамерлан Сәлишев (Өфө ҡалаһы); III урынды Артём Демидов (Өфө ҡалаһы) яуланы; “Ҡыллы музыка ҡоралдары” номинацияһында I урынға  – Самира Арыҫланова (Өфө ҡалаһы), II урынға – Антон Сергеев (Өфө ҡалаһы); III урынға Данэль Дәүләтбаев (Өфө ҡалаһы) сыҡты; “Фортепиано” номинацияһында III урын – Солтана Ғүмәроваға (Өфө ҡалаһы), II урын Асель Мәҡсүтова (Нефтекама ҡалаһы) менән Эвелина Кәримоваға (Өфө ҡалаһы) яҙҙы; “Халыҡ инструменттары” номинацияһында II урынға – Ғаяз Танһыҡҡужин (Өфө ҡалаһы), I урынға Алмаз Бикмәтов (Силәбе өлкәһе) менән  Вадим Төхвәтуллин (Илеш районы) лайыҡ булды. 12 йәшлек Вадимдың баянда өҙҙөрөп уйнауы барыһын да хайран итте һәм ул бәйгенең төп бүләген – Гран-при яуланы. Бөйөк башҡорт композиторҙарыбыҙҙың һүнмәҫ әҫәрҙәре йәш һәләттәр башҡарыуында йәйғор балҡышындай сағыу, шишмә тылсымылай саф булып йөрәктәргә яғылды!  

Фото: "Тамыр" телеканалының социаль селтәре.

 

“Елкән”дең йәш башҡарыусылары күңелдәрҙе әсир итте
“Елкән”дең йәш башҡарыусылары күңелдәрҙе әсир итте
Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас