

Ғаилә институтын нығытыуҙа һәм балалар тәрбиәләүҙәге хеҙмәттәре өсөн яҡташтарыбыҙ федераль наградаларға лайыҡ булды. Рәсәй Президентының тейешле указы рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
— Вера Ивановаға «Герой-әсә» исеме бирелде, — тиелә документта. — Регина менән Рөстәм Дәүләтовтар, Анна менән Сергей Пантелеевтар, Рәзилә менән Закир Хәмитовтар «Ата-әсә даны» ордены миҙалы менән бүләкләнде.
Бынан алдараҡ Владимир Путиндың 2024 йылды Ғаилә йылы тип иғлан итеүе тураһында яҙғайныҡ.