+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
24 Ноября 2023, 05:04

Башҡортостандан үҫмер егет алты алтын миҙал яуланы

Башҡортостандан Эмиль Сәлимгәрәев терәк-хәрәкәт аппараты сирҙәренән яфаланғандарҙың йөҙөү буйынса Рәсәй беренселегендә алты тапҡыр чемпион исемен яуланы.

Башҡортостандан үҫмер егет алты алтын миҙал яуланыБашҡортостандан үҫмер егет алты алтын миҙал яуланы
Башҡортостандан үҫмер егет алты алтын миҙал яуланы

Башҡортостандан Эмиль Сәлимгәрәев терәк-хәрәкәт аппараты сирҙәренән яфаланғандарҙың йөҙөү буйынса Рәсәй беренселегендә алты тапҡыр чемпион исемен яуланы. Был хаҡта республика адаптив спорт үҙәгенең телеграм-каналы хәбәр итә.

Йөҙөү буйынса ярыштар Раменское ҡалаһында үтте. Унда Рәсәйҙең 42 төбәгенән 370-тән ашыу спортсы ҡатнашты. Рәсәйҙең йыйылма командаһы ағзаһы Эмиль Сәлимгәрәев алты алтын миҙал яуланы һәм ирекле стиль менән 50 метрға, 100 метрға һәм 400 метрға, шулай уҡ баттерфляй менән 100 метрға, арҡаға ятып 100 метрға һәм 200 метрға комплекслы йөҙөүҙә мульти-миҙалсылар араһында беренсе булды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһының адаптив спорт үҙәге Милли спорт премияһы исемлегенә инде.  Учреждение «Адаптив спортты иң яҡшы ойоштороу» номинацияһында иң яҡшыһы исеменә дәғүә итә.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2023-11-23/yunyy-plovets-iz-bashkirii-zavoeval-6-zolotyh-medaley-v-pervenstve-rossii-3534211

Автор:
Читайте нас