

Халыҡ-ара бизнес аҙналығы барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Ҡаҙағстандың сәнәғәт министры Канат Шарлапаев республика предприятие етәкселәре менән эшлекле һөйләшеү булды.
Башҡортостан Ҡаҙағстан өсөн мәҙәни яҡтан яҡын төбәк булып тора, тип белдерҙе яҡын сит ил ҡунағы.
- Беҙ Рәсәйҙең күрше төбәктәре менән тығыҙ бәйләнештәр булдырырға тырышабыҙ. Башҡортостан эшҡыуарлығы вәкилдәрен яҡшы шарттар менән тәьмин итергә әҙербеҙ, - тине ул.
Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры – иҡтисадты үҫтереү һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов Башҡортостанда сәнәғәт кооперацияһына ҙур иғтибар бүлеүҙәре хаҡында әйтте.
Республика предприятиелары етәкселәре Ҡаҙағстан менән уңышлы хеҙмәттәшлек тураһында һөйләне.
Осрашыу һуңында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡаҙағстан делегацияһына Халыҡ-ара бизнес аҙналығында әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт белдерҙе.