

Өфөлә кисә асылған Халыҡ-ара бизнес аҙналығында Радий Хәбиров 2030 йылда Башҡортостандың ниндәй буласағын һөйләне.
«Беҙҙең форум йылдан-йыл ҡыҙыҡлыраҡ һәм йөкмәткелерәк була бара. Башҡортостанға ҡыҙыҡһыныуҙың йылдан-йыл артыуын күрәбеҙ», - тине ул аҙналыҡтың пленар ултырышында.
Быйылғы форум ун алтынсы тапҡыр үткәрелә. Ул хөкүмәт һәм бизнес араһында диалог алып барыу майҙансығына әүерелде, унда көнүҙәк мәсьәләләр ҡарала һәм үҫеш йүнәлештәре билдәләнә.
«Әгәр иртәнән һуңға нимә буласағы хаҡында хыялланып ҡына ултырһаҡ, бер нәмә лә килеп сыҡмай. Әле коллегаларыбыҙ менән Башҡортостанды 2030 йылға тиклем үҫтереү өҫтөндә эшләйбеҙ, алдағы биш йылға пландар ҡорабыҙ. Беҙ 3.0 программаһын формалаштырыуҙың һуңғы этабына сығабыҙ, унда иҡтисадта, социаль һәм башҡа өлкәләрҙә өлгәшергә теләгән маҡсатлы күрһәткестәрҙе яҙырбыҙ. Иртәгәһе көндөң ниндәй буласағы күп осраҡта үҙебеҙгә бәйле», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Уның билдәләүенсә, халыҡтың етеш тормошо, йәшәү өсөн уңайлы шарттар, ғаиләләрҙең именлеге — Башҡортостандың идара итеү командаһы эшенең төп маҡсаттарының береһе.