+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
23 Ноябрь 2023, 10:55

Республика ҡаҙнаһы тураһында

Башҡортостан парламентарийҙары беренсе уҡыуҙа 2024 йылға республика бюджетын ҡабул итте.

Республика ҡаҙнаһы тураһындаРеспублика ҡаҙнаһы тураһында
Республика ҡаҙнаһы тураһында

Башҡортостан парламентарийҙары беренсе уҡыуҙа 2024 йылға республика бюджетын ҡабул итте.

Бөгөн Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышында Башҡортостан вице-премьеры – финанс министры Лира Иғтисамова республика бюджетының төп күрһәткестәре тураһында сығыш яһаны. 2024 йылға Башҡортостан бюджетының килем өлөшө – 289 миллиард, 2025 йылда – 285,8 миллиард, 2026 йылда 288,2 миллиард һум күләмендә фаразлана.

Сығымдар план буйынса киләһе йылда 299 миллиард һум, ә 2025 һәм 2026 йылдарҙа килемгә тиң була.

2024 йылда һалым һәм һалым булмаған килемдәрҙең төп сығанаҡтары: ойошмалар килеменә һалым – 87,8 миллиард һум (дөйөм күләмдән 40,2%); физик шәхестәр килеменә һалым – 59,3 миллиард һум (дөйөм күләмдән 27,2%); нефть продукттарына, ҡаты эсемлектәргә һәм һыраға акциздар 31,6 миллиард һум күләмендә күҙаллана (дөйөм күләмдән 14,5%); милеккә һалым – 16,5 миллиард һум.

2024 йылда килемдең дөйөм күләменән түләүһеҙ керемдәр 70,7 миллиард һум күләмендә күҙаллана. Финанс министры һүҙҙәренсә, был күләм илдең төп финанс документы тураһында законды икенсе уҡыуҙа аныҡлана.

2024 йылда мәғарифҡа - 78,2 миллиард, һаулыҡ һаҡлауға – 54,2 миллиард һум, социаль сәйәсәтте бойомға ашырыуға – 43, 1 миллиард, мәҙәниәткә – 10,6 миллиард, физик культураға 5,2 миллиард һум йүнәлтеү ҡарала. Киләһе йылда юл фонды 29,9 миллиард һум, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһы – 26,1 миллиард һум, ә ауыл хужалығы 7,9 миллиард һум алырға тейеш. 32,8 миллиард һум республика адреслы инвестиция программаһын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелә.

Бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы фонды күләме 2024 йылда 131, миллиард һум була.

2024 йылға республика бюджеты дефициты 10 миллиард һум кимәлендә билдәләнде. 2025 һәм 2026 йылдарға бюджеттың дефицитһыҙ характеристикалары планлаштырыла.

 

Автор:
Читайте нас