

Кисә, 22 ноябрҙә, Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Халыҡ-ара "Бизнес аҙналығы-2023" башланды.
Ун алтынсы халыҡ-ара форумда Рәсәй, Ҡытай, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Белоруссия, Төркиә, Иран – барлығы ике тиҫтәгә яҡын илдән 4 меңдән ашыу вәкил ҡатнаша.
Форумды асыу тантанаһында Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров әлеге сараны республика партнерҙары өсөн аралашыу, яңы контракттар, килешеүҙәр төҙөү мөмкинлеген биргән уникаль майҙансыҡ булыуын әйтте.
“Иртәнән һуңғы көн – бизнес күҙлегенән” тип аталған пленар ултырышта сығыш яһап, ул шулай уҡ, иртәгә үҫештең нисек булырын тоҫмаллау өсөн иртәнән һуңға хәлде күҙаллау талап ителә, тине.