+24 °С
Ямғыр
Һуңғы яңылыҡтар
23 Ноябрь 2023, 03:34

Башҡортостан Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары менән парламент-ара килешеүҙәр төҙөй

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларының Халыҡ Советтары (парламенттары) менән ике яҡлы килешеүҙәр төҙөргә әҙерләнә. Документтарға йыл аҙағына тиклем ҡул ҡуйыу күҙаллана.

Башҡортостан Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары менән парламент-ара килешеүҙәр төҙөйБашҡортостан Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары менән парламент-ара килешеүҙәр төҙөй
Башҡортостан Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары менән парламент-ара килешеүҙәр төҙөй

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларының Халыҡ Советтары (парламенттары) менән ике яҡлы килешеүҙәр төҙөргә әҙерләнә. Документтарға йыл аҙағына тиклем ҡул ҡуйыу күҙаллана. Был хаҡта Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Башҡортостан парламенты рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, парламент-ара хеҙмәттәшлек сиктәрендә тәжрибә уртаҡлашыу, республика парламенттарының мәғлүмәти йәһәттән үҙ-ара хеҙмәттәшлеген үҫтереү, ҡануниәтте һәм закон сығарыу процесын камиллаштырыу өҫтөндә бергәләп эшләү планлаштырыла. Шулай уҡ делегациялар менән алмашыу, стажировка үтеү, берлектәге эш төркөмдәре булдырыу, уртаҡ саралар ойоштороу, аналитик, методик һәм башҡа материалдар менән алмашыу ниәте бар.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас