+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
23 Ноябрь 2023, 07:24

2024 йыл Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан ителде

Владимир Путин 2024 йылды Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан итте. Тематик йылды ойоштороу өсөн яуаплы комитет рәйесе итеп Рәсәй хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова тәғәйенләнгән.

2024 йыл Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан ителде2024 йыл Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан ителде
2024 йыл Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан ителде

2024 йыл Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Президент Владимир Путиндың тейешле указы 22 ноябрҙә рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.        

Ҡарар ғаиләне яҡлау һәм традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен популярлаштырыу маҡсатында ҡабул ителде, тиелә документта.   

Хөкүмәткә 27 декабргә тиклем Ғаилә йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитетын төҙөү, уның составын раҫлау бурысы йөкмәтелгән.

Тематик йылды ойоштороу өсөн яуаплы комитет рәйесе итеп Рәсәй хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова тәғәйенләнгән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-11-22/2024-god-v-rossii-budet-ob-yavlen-godom-semi-3532573

Автор:
Читайте нас