+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
22 Ноябрь 2023, 07:31

Көндәрҙең ҡапыл һыуытыуы көтөлә

Һауа температураһы төндә -15, -20°, урыны менән -10°, көндөҙ -9, -14° етә.  

Көндәрҙең ҡапыл һыуытыуы көтөләКөндәрҙең ҡапыл һыуытыуы көтөлә
Көндәрҙең ҡапыл һыуытыуы көтөлә

Башҡортостанда көндәрҙең ҡапыл һыуытыуы көтөлә. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, кесаҙна, 23 ноябрҙә, епшек ҡар, ҡар яуыуы, ҡайһы бер райондарҙа буран сығыуы, юлдарҙың айырым участкаларында ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ фаразлана. Ел көнсығыштан, көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Төндә һәм көндөҙ -6, -11° була.

Йома, 24 ноябрҙә, бер аҙ ҡар яуа. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -15, -20°, урыны менән -10°, көндөҙ -9, -14° етә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-11-22/ot-3-do-20-zhiteley-bashkirii-ozhidayut-temperaturnye-kacheli-3531287

Автор:
Читайте нас