+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
22 Ноябрь 2023, 11:20

Эшлекле гүзәл заттар кәңәш ҡорҙо

Бөгөн Өфөлә “Торатау” Конгресс-холында оло иҡтисади форум – Халыҡ-ара бизнес аҙналығы үҙ эшен башланы. Ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарлығын үҫтереүгә арналған секция форумды асып ебәргән майҙансыҡтарҙың береһе булды.

Бөгөн Өфөлә “Торатау” Конгресс-холында оло иҡтисади форум – Халыҡ-ара бизнес аҙналығы үҙ эшен башланы. Ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарлығын үҫтереүгә арналған секция форумды асып ебәргән майҙансыҡтарҙың береһе булды.

“Яңы ваҡыт перспективалары: ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарлығын үҫтереү өсөн диалог һәм хеҙмәттәшлек” – шулай тип аталған секция эшендә федераль һәм халыҡ-ара кимәлдәге спикерҙар, республикабыҙҙың эшлекле гүзәл заттары ҡатнашты.

“Ҡатын-ҡыҙ бизнесының 90 проценттан ашыуы – социаль йүнәлешле, йәғни уның асылы ярҙам итеү теләге менән һуғарылған”, – тине “Рәсәй терәге” йәмәғәт ойошмаһының ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарлығын үҫтереү буйынса комитеты төбәк бүлексәһе рәйесе Аида Сәлимова.

Һөйләшеүгә онлайн ҡушылған Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең “DATAMATIX” компаниялар төркөмө етәксеһе Али Аль Камали әфәнде ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарлығының иң яҡшы өлгөләрен донъя кимәлендә уртаҡлашыу кәрәклеген әйтеп үтте. Йәш быуынға үрнәк булырҙай ҡатын-ҡыҙ лидерҙарҙың эшҡыуарлыҡта ла, менеджментта та, әҙәбиәттә лә, мәҙәниәттә лә, башҡа өлкәләрҙә лә булыуы бик мөһим һәм уларҙы күрһәтеү мотлаҡ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Ҡаҙағстан вәкиле – “Глобаль ҡатын-ҡыҙ лидерлығы” йәмғиәте президенты Ханзада Балтаева мәҙәниәт-ара диалог һәм берекмәләр көсө, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре һәм ғәрәп донъяһы ҡатын-ҡыҙҙары менән хеҙмәттәшлек итеү тәжрибәһе хаҡында бәйән итте. Мәҙәниәттәрҙе өйрәнеү аша аралашһағыҙ, үҙегеҙ хеҙмәттәшлек итергә теләгән партнерҙарығыҙҙың йөрәген асырһығыҙ, тине ул.

“Ағиҙел” башҡорт халыҡ кәсептәре предприятиеһы генераль директоры Гүзәл Кәримова яңы иҡтисади шарттарҙа предприятиеның халыҡ-ара хеҙмәттәшлеге тураһында һөйләне.

Мексикала йәшәүсе ватандаштарыбыҙҙың “Русактив” ойошмаһы вәкиле Ксения Яхненконың һәм Ҡытай менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса эксперт Илона Горшенева-Долунцтың сығыштары ла йыйылыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.  

 Эшҡыуар гүзәл заттарҙың иҡтисадты үҫтереүгә индергән өлөшө, уларҙың социаль тормоштағы роле йылдан-йыл арта, тип билдәләнде ултырышта. Һәм бөгөнгө кеүек оло майҙансыҡтарҙа фекер алышыуҙар, кәңәш ҡороуҙар әйтеп бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә.

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас