+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
22 Ноябрь 2023, 03:30

Башҡортса аудиоәкиәттәр донъя күрҙе

Башҡортостан "Китап" нәшриәте аудиоформатта әҙерләп сығарған башҡорт халыҡ әкиәттәре республиканың һәм Рәсәйҙең таныулы кешеләре тауышы менән яҙылған.

Башҡортса аудиоәкиәттәр донъя күрҙеБашҡортса аудиоәкиәттәр донъя күрҙе
Башҡортса аудиоәкиәттәр донъя күрҙе

Башҡортостан "Китап" нәшриәте аудиоформатта әҙерләп сығарған башҡорт халыҡ әкиәттәре республиканың һәм Рәсәйҙең таныулы кешеләре тауышы менән яҙылған.

«Башҡорт халыҡ әкиәттәре» аудиопроектының исем туйы кисә, 21 ноябрҙә, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында үтте. Килгән ҡунаҡтар билдәле замандаштарыбыҙ башҡарыуында башҡорт һәм рус телдәрендә «Моң сере», «Йомғаҡ» һәм «Әбйәлил» халыҡ әкиәттәренең аудиоверсияларын тыңланы. Аудиоәкиәттәрҙе яҙыуҙа Мәскәүҙең “Русская музыкальная индустрия” компанияһы техник ярҙам күрһәткән. Сарала уның генераль директоры Иван Генов та ҡатнашты.

Яҙмалар башҡорт һәм рус телдәрендә башҡарылған. “Моң сере”нең русса вариантын, мәҫәлән, илебеҙҙә  билдәле “Агата Кристи” төркөмө солисы Вадим Самойлов уҡыған, башҡортсаһын – Зәйнетдин.

Аудиоәкиәттәргә үҙ тауышын “бүләк итеүселәр” араһында билдәле диктор Флүрә Мурзина, ҡурайсы, йырсы Рәсүл Ҡарабулатов, “Пицца” төркөмө солисы Сергей Приказчиков та бар.

Оҙаҡламай аудиоәкиәттәрҙе “Китап”тың рәсми сайтында һәм Яндекс.Музыка сервисында тыңларға мөмкин буласаҡ.

 

Автор:
Читайте нас