

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Палестинаны ташлап китергә мәжбүр булған кешеләр өсөн ваҡытлыса урынлашыу пункттарын ойошторорға ҡушты. Был хаҡта республика етәксеһенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.
Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы башлығы Александр Куренков илебеҙҙә Палестина ҡасаҡтарын урынлаштырыу мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Ултырышта Палестинанан 250-гә яҡын ҡасаҡты Башҡортостанға ебәреү мөмкинлеге ҡаралды. Шул уҡ ваҡытта төбәктең ҡасаҡтарҙы ҡабул итеү тәжрибәһе иҫәпкә алынды.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Радий Хәбиров Башҡортостандың дин әһелдәренең һәм халыҡтың Палестинаның тыныс халҡына гуманитар ярҙам күрһәтеү тураһында башланғысын хупланы. Һүҙ дарыуҙар, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым ебәреү хаҡында бара. Кәрәк-яраҡтарҙы йыйыу «Башсельхозтехника» предприятиеһындағы республика логистика үҙәгендә ойошторолдо.
«Башҡортостан һәр ваҡыт ярҙамға мохтаждарға булышлыҡ итә. Ошо йылдар дауамында Донбасс халҡына ярҙам иттек, Сүриәгә гуманитар ылау оҙаттыҡ, ҡотҡарыусыларыбыҙ Төркиәлә ер тетрәүҙән зыян күреүселәрҙе емереклектәр аҫтынан сығарҙы, республикабыҙ табиптары ковид осоронда Ҡырғыҙстанда һәм Абхазияла сирлеләрҙе дауаланы. Әлбиттә, бөгөн беҙ Палестинала йәшәүсе тыныс халыҡтың яҙмышына битараф ҡала алмайбыҙ. Башҡортостанда күптәр беҙгә «Уларға нисек ярҙам итергә мөмкин?» тигән һорауҙар менән мөрәжәғәт итә. Беҙ уларға мотлаҡ ярҙам күрһәтәсәкбеҙ», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Сығанаҡ: «Башинформ».