+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
22 Ноябрь 2023, 03:20

Башҡортостан етәкселеге юғары баһа алды

21 ноябрҙә Мәскәүҙә Федерация Советында быйыл июндә Өфөлә үткән Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең X форумына йомғаҡ яһалды. Кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Башҡортостан етәкселеге юғары баһа алдыБашҡортостан етәкселеге юғары баһа алды
Башҡортостан етәкселеге юғары баһа алды

21 ноябрҙә Мәскәүҙә Федерация Советында быйыл июндә Өфөлә үткән Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең X форумына йомғаҡ яһалды. Кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко, үткән форум тураһында үҙ фекерен белдереп, йөкмәткеһе һәм һөҙөмтәләре буйынса сара иң яҡшыларҙың береһе булды, тине. Ул Башҡортостан етәкселегенең ғәйәт ҙур ойоштороу-әҙерлек эштәре алып барыуын, төбәк етәксеһе Радий Фәрит улының форумды әҙерләүгә ҙур иғтибар бүлеүен билдәләне. Юғары Палата спикере Радий Хәбировҡа – Федерация Советының Почет грамотаһын, ә  республика  Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровҡа Федерация Советы рәйесенең рәхмәт хатын тапшырҙы.

Автор:
Читайте нас