

20 ноябрҙә көндөҙ Тәтешле районының Мәнәгәз ауылында 42 йәшлек ҡатын-ҡыҙ 10 метр тәрәнлектәге дөйөм ҡоҙоҡҡа ҡолап төшөп үлгән. «Башинформ»ға хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы үҙ сығанағы хәбәр итеүенсә, Дүртөйлө ҡалаһы ҡотҡарыусылары уның кәүҙәһен 3,5 сәғәт үткәс сығарған.
«Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ҡатын ҡоҙоҡҡа йығылып төшкән һәм тонсоҡҡан. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, был ошондай тәүге осраҡ түгел. Йәнәһе лә былтыр бында оло йәштәге ике кешенең ғүмере өҙөлгән», — тине мәғлүмәт агентлығы әңгәмәсеһе.
Әлеге ваҡытта хоҡуҡ һаҡлаусылар фажиғә сәбәптәрен асыҡлай.