+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
21 Ноябрь 2023, 09:02

Өс меңгә яҡын китап бүләк ителәсәк

Башҡортостан Яҙыусылар союзы “Тормош буйлап китап менән” акцияһын башлап ебәрҙе. Ошо проект сиктәрендә Яҙыусылар союзы республикала йәшәүселәргә өс меңгә яҡын китап бүләк итәсәк.

Өс меңгә яҡын китап бүләк ителәсәк
Өс меңгә яҡын китап бүләк ителәсәк

Башҡортостан Яҙыусылар союзы “Тормош буйлап китап менән” акцияһын башлап ебәрҙе. Ошо проект сиктәрендә Яҙыусылар союзы республикала йәшәүселәргә өс меңгә яҡын китап бүләк итәсәк. Был ҙур акцияны үткәреү Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы һәм шәхсән министр Әминә Шафиҡова ярҙамында мөмкин булды.

 – Беҙгә китаптарын һатыуҙа проблемалар тыуған Яҙыусылар союзы ағзалары йыш мөрәжәғәт итә. Шул уҡ ваҡытта Өфөгә килеп китаптар һатып алыу мөмкинлеге булмаған кешеләрҙән дә мөрәжәғәттәр байтаҡ. Шуға күрә беҙ “Китап” нәшриәтенән Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары булған авторҙарҙың бихисап китаптарын һатып алыу мөмкинлеген таптыҡ.

Быйыл ноябрҙән 2024 йылдың февраленә тиклем республика райондарында яҙыусылар ҡатнашлығында әҙәби осрашыуҙар үткәрәсәкбеҙ. Уларҙа уҡыусыларға бүләккә автографлы китаптар биреләсәк. Проектҡа ижади союзыбыҙҙың башҡортса, русса, татарса яҙған бөтә ағзаларын йәлеп итергә тырышабыҙ. Акция әҙәбиәт һөйөүселәргә лә, яҙыусыларға оҡшар, тип ышанабыҙ, – тип бүлеште республикабыҙҙың Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Автор:
Читайте нас: