+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
21 Ноябрь 2023, 12:03

Ришат Төхвәтуллин менән Әлиә Ҡарасурина бәпәй көтә

Был матур яңылыҡты Әлиә үҙенең блогында хәбәр итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, артистар быйыл апрелдә өйләнеште. 

Ришат Төхвәтуллин менән Әлиә Ҡарасурина бәпәй көтәРишат Төхвәтуллин менән Әлиә Ҡарасурина бәпәй көтә
Ришат Төхвәтуллин менән Әлиә Ҡарасурина бәпәй көтә

Башҡортостандың билдәле эстрада йырсылары Ришат Төхвәтуллин менән Әлиә Ҡарасурина тиҙҙән ата-әсә булырға әҙерләнә. Был хаҡта Әлиә үҙенең блогында хәбәр итте.

«Беҙ һине көтәбеҙ, сабыйыбыҙ, — тип яҙа ул. — Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты бар. Ҡайһы бер кешеләр һиҙгән булып, әллә нимәләр яҙһалар ҙа, мин үҙ теләгем менән, үҙ ваҡытында һөйләргә булдым. Хәҙер инде йәшерәһе юҡ».

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, артистар быйыл апрелдә өйләнеште. Яҙын ғашиҡтар никах уҡытһа, ә сағыу июнь айында гөрләтеп туй үткәрҙе.

Ришат Төхвәтуллин Башҡортостандың Туймазы районы Ҡарамалы-Ғөбәй ауылында тыуып үҫкән, Өфө сәнғәт институтын тамамлаған. Әлиә Ҡарасурина — Дүртөйлө районының Шишмә ауылынан, Ҡазан мәҙәниәт һәм сәнғәт университетында белем алған. Ришат менән бер коллективта эшләй, дуэт йырлай.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-11-21/pevtsy-iz-bashkirii-rishat-tuhvatullin-i-aliya-karachurina-stanut-roditelyami-3530028

Фото: Әлиә Ҡарасуринаның социаль селтәренән. 
 
Ришат Төхвәтуллин менән Әлиә Ҡарасурина бәпәй көтә
Ришат Төхвәтуллин менән Әлиә Ҡарасурина бәпәй көтә
Автор:
Читайте нас