

Бүздәк районы спортсыһы Сәфирә Сәғитова грэпплинг буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы титулын яуланы. Был хаҡта муниципалитет башлығы Илнур Игдиев социаль селтәрҙәге диуарында яҙып сыҡты.
Турнир Мәскәү өлкәһенең Красногорск ҡалаһында үтте һәм Рәсәйҙең 35 төбәгенән, Һиндостандан, Ҡаҙағстандан, Алжирҙан, Ҡырғыҙстандан, Үзбәкстандан 800-ҙән ашыу ҡатнашыусыны берләштерҙе.
Сәфирә Сәғитова — «Олимп» өҫтәмә белем биреү үҙәгенең спорт көрәше секцияһы тәрбиәләнеүсеһе, Бүздәктең 2-се мәктәбе уҡыусыһы.
Фото: Илнур Игдиевтың социаль селтәренән.