+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
20 Ноябрь 2023, 16:23

Сал быуаттарҙы байҡап

Бөгөн Өфөлә “Торатау” Конгресс-холы майҙансығында “Борон һәм урта быуаттарҙа Үҙәк Евразияның күсмә донъяһы” тигән халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция (III Мәжитов уҡыуҙары) башланды. Ул күренекле ғалим, тарихсы Нияз Мәжитовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арнала.

Сал быуаттарҙы байҡап
Сал быуаттарҙы байҡап

Бөгөн Өфөлә “Торатау” Конгресс-холы майҙансығында “Борон һәм урта быуаттарҙа Үҙәк Евразияның күсмә донъяһы” тигән халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция (III Мәжитов уҡыуҙары) башланды. Ул күренекле ғалим, тарихсы Нияз Мәжитовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арнала. Форум ике көн барасаҡ.

Конференцияның маҡсаты – Үҙәк Евразияның боронғо һәм урта быуаттарҙағы археологияһының яңы мөһим бурыстары өҫтөндә эшләүгә киң даирә белгестәрҙе йәлеп итеү, шулай уҡ Евразия күсмә цивилизациялар музейы проектын тормошҡа ашырыу хаҡында илебеҙ һәм сит ил ғалимдары менән фекер алышыу.

 Форумда йөҙҙән ашыу ғалим һәм белгес, шул иҫәптән Азербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркиә, Үзбәкстандан фән әһелдәре ҡатнаша.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:
Читайте нас: