Республикабыҙҙа ғүмер итеүсе тағы бер өләсәйгә йөҙ йәш тулды. Иглин ауылында йәшәүсе Мария Коломасова бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне. “Йөҙйәшәр инәйҙең кәйефе ғәжәйеп күтәренке, ул ҡул эштәре менән шөғөлләнә, ҡыҙы һәм ейәнсәре менән магазинға йөрөй”, – тип яҙа уны тәбрикләргә килгән район хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова Бәйләнештә селтәрендә.
Мария Геннадьевна – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Иваново өлкәһенең ҙур булмаған Плёс ҡалаһында тыуып үҫкән. Тормош иптәше, Иглин районы егете менән һуғыш осоронда танышҡан. Яҡташыбыҙ ҡаты яраланып, Плёс госпиталендә дауаланып ятҡанда осраша улар. Еңеүҙән һуң егет һөйгән ҡыҙын Башҡортостанға алып ҡайтҡан, улар 60 йыл бәхетле ғүмер кисергән. Мария Геннадьевнаның ике ҡыҙы, ике ейәнсәре, өс бүләһе һәм ике бүләсәре бар.
Фото:Гүзәл Насирова/vk.com.