16 ноябрь – Бөтә донъя ҡул эше көнө. Ошо айҡанлы Өфөлә “Изге ҡулдар” тип аталған оҫталыҡ дәресе үтте.
“Өфө заманса белем биреү технологиялары академияһы” коммерция булмаған ойошмаһының “Йөрәктәрҙе берләштереп” проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығының гранттар фонды аҡсаһына тормошҡа ашырыла.
Грант аҡсаһына 55 йәшлек һәм унан өлкәндәр өсөн тегеү һәм ҡул эше буйынса ижади оҫтахана ойошторолған. Проектта шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың, күп балалы, тулы булмаған ғаиләләрҙән балалар ҙа ҡатнаша.
Дәрестәр 2023 йылдың сентябренән алып 2024 йылдың апреленә тиклем бара. Проектта 200-ҙән ашыу кеше ҡатнаша.
– Беҙ тегеүгә, ҡул эшенә заманса ижади ҡараш булдырабыҙ. Конструкторлауҙан башлап ниндәйҙер әйбер тегеүгә тиклем һәр ғәмәл – ижади процесс. Проект бойомға ашырылған ике ай эсендә иң йәш ҡатнашыусыларыбыҙ ҙа үҙ-аллы башлыҡ конструкторларға өйрәнә алды һәм үҙҙәренә шоперҙар текте. Алда тағы ла модалы күп әйберҙәр эшләрбеҙ, яҡындарыбыҙҙы ла ҡыуандырырбыҙ.
Дәрестәрҙә ҡатнашыусылар теген машинкаһында эшләгәндә хәүефһеҙлек техникаһын өйрәнә, бергә һүрәт төшөрә, һыҙма һыҙа, шунан изделиеға күсерә.
Шулай уҡ оҫтаханабыҙҙа хәрби хәрәкәттәр зоналарында булғандарға шорты конструкторларға һәм тегергә уйлайбыҙ. Госпиталдәрҙә ятҡан егеттәр өсөн ғәҙәти шортыҙы кейеү ауыр. Беҙҙең шортыҙар тулыһынса ҡабырға яғынан сиселә, биле лә үлсәмгә ҡарап үҙгәртелә. Һалдаттарыбыҙға хаттар яҙып, хәрби хәрәкәттәр зоналарына оҙатырбыҙ, – ти “Өфө заманса белем биреү технологиялары академияһы” башҡарма директоры һәм “Йөрәктәрҙе берләштереп” проекты етәксеһе Айгөл Шәйхетдинова.