Өфө ҡалаһы Ленин районының 2-се башҡорт лицейында стоматология кабинеты асылды. Уның республикала ғәмәлгә ашырылыусы “Юғары ос!” мәғариф проектының “Сәләмәт йылмайыу” модуле сиктәрендә асылыуын билдәләп үтәбеҙ.
Балаларҙың тештәрен сифатлы итеп дауалау өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған, кабинет заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, барлыҡ кәрәкле материалдар менән тәьмин ителгән.
Бында шулай уҡ профилактик эш тә уҙғарыласаҡ: балаларға ауыҙ ҡыуышлығын нисек дөрөҫ таҙартырға икәнен аңлатасаҡтар – теш сәләмәтлеге өсөн был бик мөһим.
Бөгөнгө көндә республика мәктәптәрендә 244 стоматология кабинеты эшләй. Уларҙың йөҙҙән ашыуы “Юғары ос!” мәғариф проектының “Сәләмәт йылмайыу” модуле сиктәрендә асылған.
Фото: “Башинформ”.