-26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
17 Ноябрь , 08:50

Бер айға яҡын эҙләгәндәр

Иглин районында аҡҡан Буенда йылғаһында, һыу төбөндә, машина һәм уның эсендә үле кеше кәүҙәһен тапҡандар.

Бер айға яҡын эҙләгәндәр
Бер айға яҡын эҙләгәндәр

Иглин районында аҡҡан Буенда йылғаһында, һыу төбөндә, машина һәм уның эсендә үле кеше кәүҙәһен тапҡандар.

Үлемесле фажиғәгә тарыған ир райондың Эҫем ауылында йәшәгән 53 йәшлек Сергей М. булып сыҡҡан. 

Уны 24 октябрҙә полиция һәм “Лиза Алерт” ирекмәндәре эҙләгән.  Мәрхүм райондың Пятилетка ауылынан Ауструмға үҙенең машинаһы менән сығып киткән һәм шунан һуң уны күреүсе булмаған.

Юлда ниндәй хәлгә тарығаны һәм машинаның нисек һыуға төшөп киткәне әле билдәле түгел. Быны хоҡуҡ органдары тикшерәсәк.

Автор:
Читайте нас в