-24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
16 Ноябрь , 10:50

Яулығын бәйләгәндә булавка йотҡан

Тиҙ медицина ярҙамы дауаханаһы табиптары эшләпә булавкаһын йотҡан бер ҡыҙға ашығыс ярҙам күрһәткән.

Яулығын бәйләгәндә булавка йотҡан
Яулығын бәйләгәндә булавка йотҡан

Тиҙ медицина ярҙамы дауаханаһы табиптары эшләпә булавкаһын йотҡан бер ҡыҙға ашығыс ярҙам күрһәткән. Был турала республикабыҙҙың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин социаль селтәрҙә яҙып сыҡты.

17 йәшлек һылыу яулығын бәйләгән саҡта булавкаһын тешенә ҡыҫтырып тора һәм яңылыш уны йотоп ебәрә.

Дауахананың ҡабул итеү бүлегенә килгән ҡыҙға тиҙ арала эзофагогастроскопия үткәрәләр. Тикшереү шуны асыҡлай:  булавканың осло яғы ҡыҙыл үңәстең лайлалы тышсаһына ҡаҙалған һәм уның үңәсте үтәнән-үтә тишеп сығыу хәүефе ҙур. Ул сағында булавканың эре ҡан тамырына эләгеүе мөмкин, һөҙөмтәлә эске ҡан ағыу ҡурҡынысы тыуыр, шулай уҡ башҡа ауыр өҙлөгөүҙәр ҙә булыуы ихтимал ине.

Операция бригадаһы ҡыҙҙың аш юлына эләккән булавканы 15 минутта алыуға өлгәшә. Мең рәхмәт, алтын ҡуллы табиптар!

Фото: Айрат Рәхмәтуллиндың социаль селтәренән.

Яулығын бәйләгәндә булавка йотҡан
Яулығын бәйләгәндә булавка йотҡан
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас в