+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
16 Ноябрь 2023, 03:15

Лавров менән осрашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 15 ноябрҙә Рәсәйҙең эске эштәр министры Сергей Лавров менән осрашты.

Лавров менән осраштыЛавров менән осрашты
Лавров менән осрашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 15 ноябрҙә Рәсәйҙең эске эштәр министры Сергей Лавров менән осрашты.

Федераль министр билдәләүенсә, республика илебеҙҙең тышҡы бәйләнештәрен үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Киләһе йылда үтәсәк Рәсәй һәм Ҡаҙағстандың төбәк-ара хеҙмәттәшлеге форумын юғары кимәлдә үткәрерһегеҙ, тип ышанабыҙ тине Сергей Лавров. Ул Радий Хәбировҡа “Халыҡ-ара хеҙмәттәшлеккә индергән өлөшө өсөн” знагы тапшырҙы.

Осрашыуҙан һуң Башҡортостан Башлығы журналистарҙың дуҫ илдәр менән хеҙмәттәшлеге тураһындағы һорауҙарына яуап бирҙе.

– Беҙҙең тышҡы иҡтисади, социаль, гуманитар, мәҙәни, ғилми бәйләнештәрҙе үҫтереү буйынса тырышлыҡтар ыңғай һөҙөмтә бирә. Белорустар, төрөктәр, ҡаҙаҡтар, иран партнерҙары менән уртаҡ проекттар күп. Ҡытай Халыҡ республикаһы менән әүҙем эшләйбеҙ. Тышҡы иҡтисади бәйләнештәрһеҙ төбәктең үҫеше мөмкин түгел тип иҫәпләйем. Беҙҙең барыһы ла килеп сыға, тышҡы иҡтисади әйләнеш үҫә, – тине ул.

Автор:
Читайте нас