+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
16 Ноябрь 2023, 09:10

“Башҡортостан ҡыҙы” журналын – әсәйҙәргә!”

“Башҡортостан ҡыҙы” журналын – әсәйҙәргә!” республика акцияһы башланды.

“Башҡортостан ҡыҙы”  журналын – әсәйҙәргә!”
“Башҡортостан ҡыҙы” журналын – әсәйҙәргә!”

“Башҡортостан ҡыҙы” журналын – әсәйҙәргә!” республика акцияһы башланды.

Ул, 2024 йылдың беренсе яртыһына республикалағы берҙән-бер ҡатын-ҡыҙҙар баҫмаһына яҙылыуҙы әүҙемләштереү маҡсатын тотоп, быйыл 26 ноябрҙә билдәләнгән Әсәйҙәр көнөнә арнала. 

Шарттары үтә лә ябай: һәр кем “Башҡортостан ҡыҙы” журналын яҙыла һәм уны әсәһенә, өләсәһенә бүләк итә.

Флешмоб рәүешендә эстафетаға туғандарҙы, дуҫтарҙы, ауылдаштарҙы йәлеп итергә, акцияла хеҙмәт коллективы, йәмәғәт ойошмаһы ағзалары менән дәррәү ҡатнашырға мөмкин.

“Башҡортостан ҡыҙы” журналы – бай традицияларға эйә үҙенсәлекле баҫма. Уның терәге, таянысы булып район һәм ҡалаларҙағы ҡатын-ҡыҙҙар советтары, ағинәйҙәр ҡоро, милләтем, телем, илем, тип янған әүҙем гүзәл заттар, ир-уҙамандар тора.

Бергә булдыҡ, бөгөнгө ябай булмаған осорҙа ла бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!

Беҙ һеҙгә ышанабыҙ!

Журналға ярты йылға яҙылыу хаҡы – 758 һум 70 тин.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: