+23 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
15 Ноября 2023, 10:16

Яҡташыбыҙ Илүзә Иҫәндәүләтова «Мисс Азия-2023» конкурсында Гран-при яуланы

 Һиндостанда «Мисс Азия-2023» гүзәллек конкурсы тамамланды. Яҡташыбыҙ, 22 йәшлек Илүзә Иҫәндәүләтова, Рәсәйҙе һәм Башҡортостанды лайыҡлы күрһәтеп, Гран-при яуланы.

Яҡташыбыҙ Илүзә Иҫәндәүләтова «Мисс Азия-2023» конкурсында Гран-при яуланыЯҡташыбыҙ Илүзә Иҫәндәүләтова «Мисс Азия-2023» конкурсында Гран-при яуланы
Яҡташыбыҙ Илүзә Иҫәндәүләтова «Мисс Азия-2023» конкурсында Гран-при яуланы

Һиндостанда «Мисс Азия-2023» гүзәллек конкурсы тамамланды. Яҡташыбыҙ, 22 йәшлек Илүзә Иҫәндәүләтова, Рәсәйҙе һәм Башҡортостанды лайыҡлы күрһәтеп, Гран-при яуланы.

22 йәшлек һылыуҡай Сибайҙа тыуған. Былтыр Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған. Ул «Мисс Башҡортостан-2023» конкурсы еңеүсеһе булған һәм «1-се Вице Мисс Азия-Себер» титулына эйә.

Конкурста урындар түбәндәгесә билдәләнгән: Гран-при яҡташыбыҙ Илүзә Иҫәндәүләтоваға бирелгән, 1-се Вице-Мисс Азия – Непал һылыуы, 2-се Вице-Мисс Азия – Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре вәкиле, 3-сө вице-Мисс Азия – Таиланд гүзәле.

«Беҙ бөтә Азияны шаулатабыҙ. Донъяла республикабыҙҙы танытыуға үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ», – тиҙәр һылыуҡайҙы әҙерләгән модель агентлығында.

Сығанаҡ: «Башинформ».

Автор:
Читайте нас