

11 ноябрҙә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, драматург һәм публицист Азат Абдуллиндың вафаты тураһында хәбәр итте киң мәғлүмәт саралары.
Кисә,14 ноябрҙә, Мәскәүҙә мәрхүмде һуңғы юлға оҙаттылар. Васыятына ярашлы, уны Мәскәүҙең Востряков зыярында ерләнеләр.
Азат Абдуллин 1930 йылдың 29 июнендә Ейәнсура районының Үрген ауылында тыуған. Әҙәби юлын 1963 йылда “Онотма мине, ҡояш!” пьесаһы менән башлай. Ул СССР-ҙың күп кенә театрҙарында сәхнәләштерелә, башҡорт һәм рус телдәрендә ҡуйыла.
Яҙыусы “Ун өсөнсө председатель” әҫәре менән айырыуса киң билдәлелек яулай. Ул донъяның 35 илендә ҡуйыла, Мәскәүҙең Вахтангов исемендәге театры сәхнәһендә бара.
Яҙыусы менән хушлашырға РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, РФ Президенты ҡарамағындағы БР-ҙың Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Илшат Рәхмәтуллин, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Салауат Әхмәҙуллин һәм башҡалар килде. Улар барыһы ла яҙыусы тураһында йылы хәтирәләр, ижады хаҡында матур фекерҙәр менән уртаҡлашты.