+30 °С
Болотло


Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2024 йылдан республикабыҙҙың дөйөм белем биреү ойошмаларында илһөйәрлек тәрбиәләү буйынса эште иң яҡшы ойоштороусылар өсөн гранттар булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы.
Указға ярашлы, һәр уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса 500-әр мең һумлыҡ ун грант бүленәсәк. Уға эйә булыусылар Мәғариф һәм фән министрлығы ойошторған конкурс һөҙөмтәһендә билдәләнәсәк.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.