+30 °С
Болотло


Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, үткән тәүлектә республикабыҙҙа коронавирус 135 ауырыуҙа асыҡланған. Пандемия башланғандан алып ковид йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 375 985.
Бөгөнгө көндә 160 сырхау стационарҙа ята, 96-һы – оло йәштәгеләр. Поликлиника табибы күҙәтеүе аҫтында өйҙә дауаланыусылар – 1563, уларҙың 722-һе – 60 йәште үткән ханымдар һәм уҙамандар.
Уҙған тәүлектә 118 яҡташыбыҙ был зәһәр инфекциянан һауығыуға өлгәшкән, тип хәбәр итәләр министрлыҡта. Сәләмәтләнеүселәрҙең дөйөм һаны – 368 151.
Фото: “Башинформ”.