

Башгидромет мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн, 15 ноябрҙә, республикала урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуыуы фаразлана.
Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -2, +3 градус, көндөҙ 0, +5 градус.
16 ноябрҙә бер аҙ ҡарлы ямғыр яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ -2, +3 градус.
Фараздарға ярашлы, 22, 23, 24, 25 һәм 26 ноябрҙә лә көслө магнит дауылы урап үтмәй.
«Был осорҙа үҙегеҙгә иғтибарлы булырға һәм мөһим эштәр менән шөғөлләнмәҫкә кәңәш итәбеҙ. Был бигерәк тә метеоһиҙгер кешеләргә ҡағыла», - ти белгестәр.
Метеоһиҙгер кешеләр баш ауырыуҙан, баш әйләнеүҙән, күңел болғаныуҙан, йөрәк ауыртыуҙан, хәлһеҙлектән, йоҡоһоҙлоҡтан, арҡа һәм быуындар һыҙлауынан, юғары ҡан баҫымынан яфаланыуы мөмкин.