+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
14 Ноября 2023, 03:35

Һыу төбөндә тапҡандар

Ун көн элек ике балыҡсының хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында мәғлүмәт таралғайны.

Һыу төбөндә тапҡандарҺыу төбөндә тапҡандар
Һыу төбөндә тапҡандар

Ун көн элек ике балыҡсының хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында мәғлүмәт таралғайны.

Уларҙың кәүҙәләрен Ыҡ йылғаһында Татарстандың Минзәлә районы Яңы Мелькен ауылынан йыраҡ түгел урында тапҡандар. Татарстандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәте, балыҡсылар ике мерт тәрәнлектә табылды, тип хәбәр итә.

Башҡортостан балыҡсылары 4 ноябрҙә моторлы кәмәлә Ыҡ йылғаһына балыҡ тоторға тип китә һәм бәйләнешкә сығыуҙан туҡтай. Ирҙәрҙе ирекмәндәр һәм полиция хеҙмәткәрҙәре эҙләй. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, яр буйында кәмәләре һәм һыңар резина итек табыла.

Әле хоҡуҡ һаҡсылары был эште тикшерә, балыҡсыларҙың һәләк булыу сәбәптәрен асыҡлай.

Автор:
Читайте нас