

Ауыл хужалығы техникаһы етештергән "Башагромаш" акционерҙар йәмғиәте федераль кимәлдәге Сәнәғәтте үҫтереү фонды тормошҡа ашырған "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" берлектәге финанслау программаһы буйынса 35 миллион һумлыҡ ташламалы займ алған.
Ул 5 йылға өҫтәп түләүҙең 1 процентлы йыллыҡ ставкаһы менән бирелгән.
Проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә предприятие ауыл хужалығы техникаһын етештереүҙе арттырырға һәм производствола хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәрергә мөмкинлек биргән яңы металл эшкәртеү ҡорамалдары һатып аласаҡ. Етештереүсәнлек 5 процентҡа тиклем артыр тип фаразлана. 2024 йылдың беренсе кварталында ошо күһәткескә сығыу планлаштырыла.
Проект сиктәрендә сығарылған КС-100 "Сулпан" үҙйөрөшлө сапҡыс машинаһы импорт техникаһын алмаштырыу потенциалына эйә. Был төр ауыл хужалығы техникаһын һатып алыусы булып Мәскәү, Омск, Һамар, Ырымбур, Һарытау, Ульяновск, Новосибирск, Кемерово өлкәләре, Башҡортостан Республикаһы, Татарстан Республикаһы, Краснодар крайы, Ҡырым Республикаһы, Алтай крайы, Красноярск крайы һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәре тора. 2022 йыл аҙағында предприятие продукцияһын Удмурт Республикаһының ауыл хужалығы предприятиелары ла һатып ала башланы. Завод продукцияһын етештереүсе үҙе лә, дилерҙар селтәре аша ла һата, заказдар бер йыл алдан теркәлә.
"Башагромаш" "Росагролизинг" акционерҙар йәмғиәтенең даими партнеры булып тора.