

Кисә, 8 ноябрҙә, Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында Бөтә Рәсәй “Глобаль саҡырыуҙар шарттарында дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу” ғилми-ғәмәли форумы башланды.
Программаһы өс көнгә иҫәпләнгән форумдың маҡсаты – дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙың көнүҙәк мәсьәләләрен һәм проблемаларын тикшереү, власть органдары һәм мәғариф системаһы вәкилдәренең, ғилми йәмәғәтселектең, киң мәғлүмәт сараларының, йәмәғәт ойошмаларының, уҡыусыларҙың һәм башҡа ҡыҙыҡһынған кешеләрҙең тәжрибәһе һәм белеме менән уртаҡлашыу өсөн майҙансыҡ ойоштороу.
Сара сиктәрендә шулай уҡ “Рәсәйҙең традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡлау” төбәк-ара этнофорумы ла үтә. Шулай уҡ милли сәйәсәт, халыҡтарҙың этномәҙәни мираҫын һаҡлау һәм популярлаштырыу һәм Рәсәй граждандарын патриотик тәрбиәләү өлкәһендә иң яҡшы тәжрибәләргә конкурс, семинарҙар, түңәрәк өҫтәлдәр һәм оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған.
Ошо уҡ көндә Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ултырышы үтте. Унда Радий Хәбиров: “Беҙҙең төбәк форумды үткәреү урыны итеп осраҡлы һайланмаған. Башҡортостан милләт-ара татыулыҡтың һәм берҙәмлектең, ижтимағи тотороҡлолоҡтоң яҡшы өлгөһө булды һәм булып ҡала. Республикабыҙҙа халыҡтарҙың телдәрен һаҡлау өсөн шарттар булдырылған. Мәктәптәрҙә 13 туған тел (рус, башҡорт, татар, сыуаш, мари, удмурт, мордва, немец, украин, беларусь, иврит, поляк, әрмән телдәре) өйрәнелә, 15 йәкшәмбе мәктәбе эшләй, полилингваль мәктәптәр селтәре киңәйә. Республика халыҡтарының алты телендә баҫмалар сыға. Беҙҙә республиканың бөтә күп һанлы халыҡтарын сағылдырған тарихи-мәҙәни үҙәктәрҙең үҙенсәлекле эш тәжрибәһе тупланған. 2020 йылдан башҡорттар күпләп йәшәгән ете төбәктә башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәре асылды», – тип белдерҙе.