

Башҡортостан Башлығы бойороғона ярашлы, инвестиция ҡануниәтен ябайлаштырыу сиктәрендә Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы менән Нефтекама күсмә биналар заводы биш гектарҙан ашыу ер участкаһын ҡуртымға алыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Ҡуртым срогы 2028 йылға тиклем билдәләнгән. Компания ғәмәлдәге етештереүҙе киңәйтеү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашыра. Һөҙөмтәлә ҡала халҡы өсөн өҫтәмә 84 эш урыны булдырыла.
Күсмә биналар заводына нигеҙ Нефтекамала 2014 йылда һалына. Завод вахта ысулы менән Себер тарафтарында эшләүселәр өсөн биналар етештерә. Бөгөнгө көндә компанияла 20-нән ашыу кеше эшләй. Етештереүҙе киңәйтеү буйынса инвестиция проекты тамамланғандан һуң, завод Нефтекама иҡтисади тормошонда һиҙелерлек өлөш индерә аласаҡ.