+30 °С
Болотло


«БашРегионСпас» төркөмө ирекмәндәре 17 йәшлек егетте эҙләүҙе туҡтатыу тураһында хәбәр итә. Уның мәрхүм булыуы асыҡланған.
Силәбе өлкәһендә йәшәгән әсә 31 майҙа улынан хәбәр булмауы тураһында полицияға мөрәжәғәт итә. Егет Балаҡатай районындағы Яңы Балаҡатай ауылына экзамен бирергә китә һәм бәйләнешкә сығыуҙан туҡтай. Бер нисә ай үткәс кенә уның үлеме тураһында билдәле була. Йәш кеше ниндәй хәлгә тарыуы хаҡында әлегә билдәһеҙ.