+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
8 Ноябрь 2023, 03:25

Республика күргәҙмә майҙаны иң яҡшыһы

Мәскәүҙә 4 ноябрҙә “Рәсәй” форум-күргәҙмәһе эшләй башланы.

Республика күргәҙмә майҙаны иң яҡшыһыРеспублика күргәҙмә майҙаны иң яҡшыһы
Республика күргәҙмә майҙаны иң яҡшыһы

Мәскәүҙә 4 ноябрҙә “Рәсәй” форум-күргәҙмәһе эшләй башланы.

Башҡортостандың күргәҙмә стенды 124 квадрат метр майҙанда урынлашҡан һәм ул йыһан карабы рәүешендә биҙәлгән.

Унда төрлө тармаҡтарҙағы ҙур һәм алдынғы проекттар менән танышырға мөмкин. Улар араһында донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең  вуз-ара кампусы, Евразия күсмә цивилизациялар музейы, “Берлога” милли киберфизик платформаһы, пилотһыҙ авиация кластеры, “Урал” тибындағы махсус иҡтисади туристик-рекреация зонаһы ла бар.

“ФедералПресс” баҫмаһы төбәк экспозицияларына бойондороҡһоҙ баһа биргән, һәм уның һөҙөмтәһе буйынса, Башҡортостан стенды иң яҡшыһы, тип тапҡан.

“Рәсәй” форумы алты ай эшләйәсәк. Башҡортостан Республикаһы көнө 3 декабргә билдәләнгән. Был көндә төбәктең ҙур презентацияһы ойошторола. Бынан тыш, иҡтисад һәм инвестициялар, ауыл хужалығы, мәғариф, спорт, йәштәр проекттары, Өфөнөң 450 йыллығы аҙналыҡтары ҡаралған.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас