+30 °С
Болотло


Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән 2024 йылға йән башына йәшәү минимумының яңы дәүмәле билдәләнде. Документ Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Документҡа ярашлы, 2024 йылдың 1 ғинуарынан республикала йәшәү минимумы 13 753 һумға еткерелә (хәҙер – 12 650 һум). Эшкә һәләтле халыҡ өсөн – 14 991 һум, пенсионерҙар өсөн – 12 530 һум (+540 һум), балалар өсөн 13 340 һум (+1069 һум) була. Ошо күрһәткестәр киләһе йылдың аҙағына тиклем ғәмәлдә ҡаласаҡ.
Сығанаҡ: "Башинформ".