+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
8 Ноябрь 2023, 03:10

Бәйләнештәр нығый

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә республика делегацияһы “China International Import Expo” исемле Ҡытай халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнаша.

Бәйләнештәр нығыйБәйләнештәр нығый
Бәйләнештәр нығый

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә республика делегацияһы “China International Import Expo” исемле Ҡытай халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнаша.

Күргәҙмәлә 60-ҡа яҡын ил ҡатнаша.

Андрей Назаров билдәләүенсә, ике яҡ өсөн дә артабанғы хеҙмәттәшлекте үҫтереү перспективалары менән танышыу һәм фекер алышыу өсөн бик уңай мәл. Башҡортостан – Рәсәйҙең иң ҙур һәм иҡтисади яҡтан үҫешкән төбәктәренең береһе, ул ҡеүәтле сәнәғәт комплексына эйә.

Башҡортостан делегацияһы Ҡытай партнерҙары менән бөтәһе 100 осрашыу үткәргән һәм 19 килешеүгә ҡул ҡуйған. Shandong Zingking Technology Co., Ltd. автоконцерны генераль директоры Ма Цзэнхуа менән осрашыу барышында махсус тәғәйенләнештәге автомобилдәр («ашығыс ярҙам» машиналары) етештереү мөмкинлектәре тикшерелгән.

Автор:
Читайте нас