+30 °С
Болотло


Өфөнөң 17-се балалар дауаханаһы хирургтары 12 йәшлек малайҙан тимер пуляны алған. Республикабыҙҙың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин үҙенең телеграм-каналында хәбәр итеүенсә, үҫмерҙең ике ай буйына эйәге шешеп йөрөгән. Аҙаҡ ҡына ата-әсәһе табиптарға мөрәжәғәт иткән. Хирургтар баланың эйәгендәге ят есемде операция юлы менән алған.
Хәҙер уҡыусының хәле яҡшы, ул өйөндә. Малайға пуляның нисек эләгеүе тураһында мәғлүмәт юҡ.
Фото Айрат Рәхмәтуллиндың телеграм-каналынан.
Сығанаҡ: "Башинформ".