+30 °С
Болотло


Республика Башлығы Радий Хәбиров үткән ялда, республика буйлап сәфәре барышында, Ишембай менән Бөрйән араһын яҡшы асфальт юл менән тоташтырыу проекты тураһында хәбәр итте.
Ул дүрт этапта ғәмәлләштерелә. Маҡарҙан Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың тыуған ауылы Ҡолғонаға тиклемге 8 километр ара юл төҙөлөшөнөң тәүге этабы буласаҡ. Уны 2024 йылда һала башлайҙар.
Проект, төпкөл ауылдарҙы уңай юл менән тоташтырыуҙан тыш, туризмды үҫтереү өсөн киң мөмкинлектәр аса.