+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
7 Ноябрь 2023, 03:55

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының алтынсы составы вәкәләттәре

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының яңы составы тулыһынса раҫланды.

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының алтынсы составы вәкәләттәреБашҡортостан Йәмәғәт палатаһының алтынсы составы вәкәләттәре
Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының алтынсы составы вәкәләттәре

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының яңы составы тулыһынса раҫланды.

Республика Йәмәғәт палатаһын тәғәйенләү тураһында тәртипкә ярашлы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тәүҙә палатаның 10 кандидатын раҫланы.

Рейтинг тауыш биреүе йомғаҡтары буйынса Йәмәғәт палатаһы ағзалары тип Олег Ротов, Диана Фәррәхова, Алина Хәбирова, Юлай Ғәлиуллин, Кристина Недорезова, Рита Некрасова, Марина Таран, Артур Ғилманов, Айбулат Йәмилев һәм Александр Волков раҫланды.

Үҙ сиратында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Йәмәғәт палатаһының икенсе яртыһын раҫлау тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Палата составында Ынйы Әхмәҙуллина, Ильяс Батыргәрәев, Владимир Волков, Дмитрий Глушко, Лида Иҫәргәкова, Альбина Ҡасимханова, Эльвира Мацкевич, Рәмил Рәхимов, Антон Теплов, Светлана Туразянова инде.

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының алтынсы составы вәкәләттәре ваҡыты 15 декабрҙә тамамлана.

Автор:
Читайте нас