+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
7 Ноябрь 2023, 05:10

Башҡорт һылыуҡайҙары халыҡ-ара матурлыҡ бәйгеһендә алты еңеү тажын яуланы

Һуңғы ике йылда башҡорт һылыуҡайҙары Мәскәүҙә һәм Төркиәлә абруйлы халыҡ-ара матурлыҡ бәйгеләрендә ышаныслы еңеү яулай.

Башҡорт һылыуҡайҙары халыҡ-ара матурлыҡ бәйгеһендә алты еңеү тажын яуланыБашҡорт һылыуҡайҙары халыҡ-ара матурлыҡ бәйгеһендә алты еңеү тажын яуланы
Башҡорт һылыуҡайҙары халыҡ-ара матурлыҡ бәйгеһендә алты еңеү тажын яуланы

Уҙған аҙнала Мәскәүҙә бер юлы бер нисә гүзәллек конкурсы үтте  – «Берҙәмлек һылыуҡайы», «Европа һылыуҡайы», «Азия һылыуҡайы» , "Донъяның иң кесе һылыуҡайы" һәм «Донъя һылыуҡайы». Республикабыҙҙан алты матурҡай сығыш яһаны. Уларҙың дүртәүһе Өфөлә төбәк этаптарында еңеү яуланы һәм Мәскәүҙә ҡатнашыуға аҡсалата сертификаттар алды.

"Һуңғы ике йылда башҡорт һылыуҡайҙары Мәскәүҙә һәм Төркиәлә абруйлы халыҡ-ара матурлыҡ бәйгеләренең тажын ышаныслы яулай, ә уларҙың подиумдарҙағы әҙерлек кимәле иң юғарыларҙан һанала», – ти Башҡортостанда Милли матурлыҡ конкурстары директоры Һәм Мәкәүҙә WAF конкурстарының рәсми вәкиле Айгөл Үтәгәнова.

Уҙған саралар йомғаҡтары буйынса беҙ төрлө йәш категорияларында төрлө конкурстарҙа алты таж алдыҡ:

"Берҙәмлек һылыуҡайы" –  Йәсмин Заитова (Гран-при) һәм Ангелина Баркутова (1-се урын);

"Берҙәмлек һылыуҡайы" (йәш балалар категорияһы) –  Самира Вәхитова (1-се урын);

"Мисс Азия" –  Камилә Әбсәләмова (1-се урын);

"Донъяның иң кесе һылыуҡайы" – 4 йәшлек Кира Әбсәләмова;

«Европа Һылыуҡайы» – Зарина Йәнбирҙина (Гран-при).

Шулай уҡ Өфөнән ике ҡыҙ «Донъя Һылыуҡайы» халыҡ-ара конкурсына кастинг үтте һәм 111 ҡатнашыусынан егерме лидер иҫәбенә Зарина Йәнбирҙина һайлап алынды. Ҡыҙҙар 2024 йылда халыҡ-ара гүзәллек конкурстарында ҡатнашыу өсөн дизайнерҙар тажы, бүләктәр һәм аҡсалата сертификаттар менән бүләкләнде.

Фото: "Башинформ"дан.

 

Башҡорт һылыуҡайҙары халыҡ-ара матурлыҡ бәйгеһендә алты еңеү тажын яуланы
Башҡорт һылыуҡайҙары халыҡ-ара матурлыҡ бәйгеһендә алты еңеү тажын яуланы
Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас