+30 °С
Облачно


2024 йылда яңы йыл каникулдары 10 көн була. Оҙайлы ялдар 2023 йылдың 30 декабренән башлана һәм 2024 йылдың 8 ғинуарына тиклем дауам итә.
Әйткәндәй, “Башинформ” Рәсәй Хеҙмәт министрлығының киләһе йылда ял һәм байрам көндәрен күсереү тураһында проектын баҫтырып сығарғайны.
Яҙ көнө рәсәйҙәрҙе дүрт көнлөк ике ял осоро көтә: 28 апрель–1 май һәм 9–12 май.
Ватанды һаҡлаусылар көнө (23–25 февраль) һәм Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө (8–10 март) уңайынан өсәр көн ял итәбеҙ.
2024 йылда 12 июндә (Рәсәй көнө) һәм 3–4 ноябрҙә лә (Халыҡтар берҙәмлеге көнө) ял була.
Сығанаҡ: "Башинформ".