

14 ноябрҙә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Илшат Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театры Өфөгә гастролгә килә. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Стәрлетамаҡ театры артистары бай йөкмәткеле, сағыу ике спектакль күрһәтәсәк.
14 ноябрҙә Өфө тамашасыһы хөкөмөнә Мөнир Ҡунафиндың сәхнәгә Айҙар Зарипов ҡуйған “Ҡорос. Яугир ат яҙмышы” спектакле тәҡдим ителһә, 15 ноябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһен стәрлеләрҙең “Минең ҡатынымдың исеме Морис” (Р.Шарт) спектакле биҙәйәсәк. “Ҡорос. Яугир ат яҙмышы” спектакленең сюжетында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Керчь-Ҡорос исемле легендар аттың ысын булған тарихы һүрәтләнә. Мәғлүм булыуынса, ике тапҡыр яраланған ат, һуғыштан һуң ике йыл үткәс, Миәкә районындағы Илсеғол ауылына ҡайтарыла. Төп ролдәрҙә – Фәнил Ҡарасурин, Фәйрүзә Сәлимгәрәева (Айгөл Байрамғолова). Үҙенсәлекле декорация, костюмдар, яҡтыртыу, хореография, музыкаль биҙәлеше – барыһы спектаклгә бөтөнлөк өҫтәй, тарихҡа бөгөнгө көн күҙлегенән ҡарау мөмкинлеген бирә. Республика буйлап гастролдәрҙә булып, халыҡ һөйөүен һәм белгестәрҙең юғары баһаһын яулап өлгөргән был сәхнә әҫәре күңелдәрҙе тетрәндерерлек көскә эйә. Спектакль 6 йәштән өлкәндәргә тәғәйенләнгән.
Ә 15 ноябргә билдәләнгән “Минең ҡатынымдың исеме Морис” (Р.Шарт) спектакле ғаилә мөнәсәбәттәре нескәлектәрен асып һала: бер-береңде аңлау, килеп тыуған төрлө хәлдәрҙән ваҡланмай сығыу кеүек тормош ваҡиғаларын тасуирлай. Ҡуйыусы режиссеры – ҡасандыр үҙе төп ролде башҡарған билдәле актер, Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров. Комедия көлдөрөр ҙә, илатыр ҙа, йыуатыр ҙа, йырлатыр ҙа көскә эйә. “Күңелле йәшәйбеҙ” телепроектында ҡатнашҡан артистарҙы үҙ күҙҙәрегеҙ менән күреү, улар менән сәхнә телендә йәнле аралашыу матур хәтирәләр бүләк итер. – Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер, тигәндәй, һеҙҙе көтөп ҡалабыҙ, – тип сәләмләй Стәрлетамаҡ театры артистары. – Күңелдәрегеҙгә – дәрт, йөрәктәрегеҙгә ял алырһығыҙ!
Спектакль 12 йәштән өлкәндәр өсөн тәҡдим ителә. Рус теленә синхрон тәржемә бар.