+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
3 Ноябрь 2023, 05:49

Эндокринология үҙәктәрен асыуға 100 миллион һумдан ашыу бүленә

Башҡортостан – эндокринология үҙәктәре булдырыу һәм уларҙы йыһазландырыуға, шулай уҡ шәкәр диабеты менән ауырыусылар өсөн мәктәптәр эшенә аҡса бүленәсәк 36 төбәктең береһе. Республикабыҙ был маҡсатта федераль бюджеттан 100 миллион һумдан ашыу аҡса аласаҡ, тип хәбәр итә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Эндокринология үҙәктәрен асыуға 100 миллион һумдан ашыу бүленәЭндокринология үҙәктәрен асыуға 100 миллион һумдан ашыу бүленә
Эндокринология үҙәктәрен асыуға 100 миллион һумдан ашыу бүленә

Башҡортостан – эндокринология үҙәктәре булдырыу һәм уларҙы йыһазландырыуға, шулай уҡ шәкәр диабеты менән ауырыусылар өсөн мәктәптәр эшенә аҡса бүленәсәк 36 төбәктең береһе. Республикабыҙ был маҡсатта федераль бюджеттан 100 миллион һумдан ашыу аҡса аласаҡ, тип хәбәр итә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Беҙҙең республикала әле, 2023 йылдың 1 ноябренә ҡарата, бер эндокринология үҙәге бар. Ә ауылдарҙа 2087 ФАП эшләй (2023 йылдың 1 ғинуарына ҡарата). Быйыл 13 район-ара эндокринология үҙәге, 84 ФАП асыу күҙҙә тотола. Уларҙың ҡайһы берҙәре асылған да инде.
Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас