+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
3 Ноября 2023, 04:15

Берҙәмлек байрамы

1612 йылда Кузьма Минин һәм Дмитрий Пожарский етәкселегендәге ирекле халыҡ ғәскәре Мәскәүҙе поляк интервенттарынан азат итә.

Берҙәмлек байрамыБерҙәмлек байрамы
Берҙәмлек байрамы

1612 йылда Кузьма Минин һәм Дмитрий Пожарский етәкселегендәге ирекле халыҡ ғәскәре Мәскәүҙе поляк интервенттарынан азат итә.

1611 йылдың сентябрендә Түбәнге Новгородтан староста Кузьма Минин, Рәсәйҙе азат итеү өсөн ополчение төҙөүҙә ярҙам күрһәтергә саҡырып, халыҡҡа мөрәжәғәт итә. Үҙе беренсе булып хәрби ихтыяж өсөн ҙур сумма аҡса бирә. Ополчениеның хәрби етәксеһе итеп бер тауыштан князь Дмитрий Пожарский билдәләнә.

1612 йылдың ғинуарында ополчение Түбәнге Новгородтан Мәскәүгә йүнәлә. Юлда уларға бик күп кеше ҡушыла. 22 октябрҙә Кремлде штурмлау башлана. Ике көндән һуң поляктар сигенә. Ополчение тан­таналы рәүештә баш ҡалаға инә.

Был байрам Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтарҙың һәм айырым граждандарҙың берҙәм булыуын, дөйөм бәлә-ҡазаны бергәләшеп еңә алыуын күрһәтә.

Байрам 2005 йылдан алып билдәләнә.

Автор:
Читайте нас