+24 °С
Дождь


Сираттағы «Йөрәк һүҙе» шиғриәт бәйгеһе республиканың беренсе президенты Мортаза Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арнала.
Проект етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наилә Сәфәрғолова социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, был юлы проект күренекле дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә «Йөрәк һүҙе. Ил ағаһы Мортаза» тип атала.
Ҡатнашырға теләүселәр башҡортса шиғыр ятлап, видеояҙманы 20 декабргә тиклем проекттың рәсми төркөмөнә ебәрергә тейеш. Финал 2024 йылдың февралендә Башҡорт опера һәм балет театрында була.